Ҡатнашып урын алдыҡ!
- urmantsite
- 13 дек. 2022 г.
- 1 мин. чтения
Обновлено: 29 янв. 2023 г.
Бөгөн Сибай ҡалаһы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында ижад һөйөүсе педагог Гөлнара Марат ҡыҙы Йыһангированың «Бәхет ҡуласаһы» шиғырҙар йыйынтығы китабының исем туйы булып үтте.
Саҡырылған ҡунаҡтар араһында Сибай ҡала башҡорттары ҡоролтайы ағзалары Ғәйнуллина Т.Ф., Айсыуаҡова Р.Ф., Сәмерханова Г.Х., сәнғәт мәктәбе директоры Баянова Г.Ш., ҡала мәғариф идаралығы мәктәпкәсә белем биреү методисы Янбаева Л.Ш., балаларҙы әҙерләгән педагогтар, конкурста урындар яулаусы балалар, шулай уҡ ауылдаштары, туғандары ҡатнашты.
Ҡала кимәлендә был конкурста бөтәһе 265 бала ҡатнашты. Бөгөн үткәрелгән ижад кисәһендә Г.Йыһангированың шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса конкурстың һөҙөмтәләренә лә йомғаҡ яһалды. Беҙҙең "Ҡарһылыу"балалар баҡсаһы башҡорт төркөмө тәрбиәләнеүсеһе Көнсыуаҡова Сәминә "Әлиә еләккә бара" шиғырын ятлап гран-при алып ҡыуандырһа, ошо уҡ төркөм тәрбиәләнеүсеһе Хунафина Нурия "Ҙур булам" шиғырын ятлап 3-сө урын, шулай уҡ кескәйҙәр төркөмөнән Вәлиуллина Карина "Өмөт биреүсе" номинацияһын яуланы. Ижад һөйөусе балаларға иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар, ә балаларҙы конкурсҡа әҙерләүсе педагогтарға рәхмәт хаттары тапшырылды. Киләсәктә лә беҙҙең тәрбиәләнеүселәребеҙ һынатмаҫтар тигән өмөттә ҡалабыҙ!












Комментарии